КӘРИМ (Кәримов) Хәниф Кәрим улы [7.8.1910, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Үрге Ҡыйғы а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 26.8.1983, Өфө], шағир. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1970). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1936). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1938). 1931—32 йй. “Йәш коммунар” гәз., 1938—40 йй. “Үктәбер” (ҡара: “Ағиҙел”) ж. хеҙм‑ре. 1946 й. алып БАССР Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары, 1958— 59 йй. рәйес урынбаҫары. “Һаҡсы йыры” исемле тәүге китабы 1934 й. сыға. Б.В. һуғышына арналған “Мөхәббәткә үлем юҡ” (1943), “Һуғыш юлдары” (1944) китаптары авторы. “Тауға үрләгәндә” (1958), “Имәндәр шаулағанда” (1963), “Йәшлек илендә” (1967) һ.б. йыйынтыҡтарының темаһы — халыҡтар дуҫлығы, яҡын кешеңә һәм тыуған ереңә һөйөү. К. шиғырҙары ҡырғыҙ, ҡытай, немец, поляк, украин һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. М.Ю.Лермонтов, А.С.Пушкин, Т.Г.Шевченко, поляк һ.б. шағирҙарҙың шиғырҙарын башҡ. теленә тәржемә иткән. К. шиғырҙарына комп. Т.Ш.Кәримов, Н.Ғ.Сабитов, Р.М.Хәсәнов йырҙар яҙған. Ҡыҙыл Байраҡ (1942), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955), Халыҡтар дуҫлығы (1980) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында шағир исеме м‑н урам аталған. Өфөлә К. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1960; Избранные произведения: стихи и поэмы. Уфа, 2000.

Әҙәб.: Каримова Р. Дом на Ленина (к 90‑летию Ханифа Карима): воспоминания. Уфа, 2000

С.Ғ.Сафуанов, Р.Х.Хәйруллина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке