КОМПРЕССОР СТАНЦИЯЛАРЫ, магистраль газ торбаларының газды артыҡ баҫымға тиклем ҡыҫыу һәм уны күсереү өсөн ҡулланылған инженер ҡоролмалары. Баштағы (магистраль газ торбаларының башында ҡорола, промысла газын әҙерләй һәм магистраль газ торбаларына ҡыуып индерә), линиялағы (магистраль газ торбаларында газды артабан күсереү өсөн һәр 100—150 км аша ҡорола) һәм өҫтәп ҡыҫыу (газды ебәреү һәм алыу өсөн ер аҫты газ һаҡлағыстарында ҡуйыла) К.с. айыралар. К.с. составына компрессорлы компрессор цехы (1 йәки күберәк), газды таҙартыу һәм һыуытыу системалары, ярҙамсы системалар һәм ҡоролмалар (май системаһы, яғыулыҡ, эшләтеп ебәреү, импульслы газ, йылылыҡ һәм һыу м‑н тәьмин итеү, һыу үткәреү, янғын һүндереү, электр м‑н тәьмин итеү, идара итеү системалары һ.б.) инә. К.с. энергия алыу сығанаҡтары сифатында газ турбиналы ҡулайламалар, электр двигателдәре һәм эске яныулы двигателдәр файҙаланыла. Башҡортостанда линиялағы К.с. — “Газпром трансгаз Уфа” ЯСЙ, өҫтәп ҡыҫыу К.с. “Газпром ПХГ” ЯСЙ (Мәскәү) эксплуатациялай. Тәүге К.с. 1969 й. эксплуатацияға индерелә (Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлағыс станцияһы). 2013 й. ҡарай линия производство идаралыҡтарында 12 К.с.: “Арҡауыл” (КС3), “Ҡырмыҫҡалы” (КС “Ҡырмыҫҡалы”), “Мәскәү” (КС5, 18, 18‑а), “Полянский” (КС4, 17, 17‑а), “Шаран” (КС6, 19, 19‑а), “Урғалы” (КС2) һәм “Ҡансыра” ер аҫты газ һаҡлағыс станцияһында 1 өҫтәп ҡыҫыу К.с. эшләй. 2002—10 йй. К.с. үҙгәртеп ҡорола һәм Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе сығарған 17 ГПА‑16Р “Өфө” (“Мәскәү”, “Полянский”, “Шаран” КС) һәм 3 ГПА‑Ц‑6,3 (“Ҡансыра” КС) газ ҡыуыу агрегаты ҡуйыла.

Әҙәб.: Проектирование и эксплуатация насосных и компрессорных станций /А.М.Шаммазов [и др.]. М., 2003. 

Д.А.Годовский, А.А Коршак

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.