КӘРИМ Мостай [ысын исеме Кәримов Мостафа Сафа улы; 20.10.1919, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Келәш а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 21.9.2005, Өфө], яҙыусы. БР ФА‑ның почётлы акад. (1992), Соц. Хеҙмәт Геройы (1979). БАССР‑ҙың халыҡ шағиры (1963). РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1982). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1939). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1941). 1938 й. алып “Пионер” ж. әҙәби хеҙм‑ре; 1939—41 йй. БАССР Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты. 1942 й. башлап фронтта, 1943—46 йй. “За честь Родины” (“Ватан намыҫы өсөн”), “Советский воин” (“Совет яугиры”) фронт гәз. хәбәрсеһе. 1951—61 йй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 1962—89 йй. РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары. Яҙыусы ижадын тәрән гуманизм, бай фәлс. йөкмәтке, художестволы форманың яңылығы билдәләй. “Отряд ҡуҙғалды” (1938; В.В.Нафиҡов м‑н берлектә) һәм “Яҙғы тауыштар” (1941) исемле тәүге шиғри йыйынтыҡтарына ингән әҫәрҙәренә йәшлек дәрте, тел үҙенсәлеклелеге хас. “Минең атым” (1943) йыйынтығына ингән шиғри әҫәрҙәрендә, “Ҡара һыуҙар” (1970) поэмаһында һ.б. Бөйөк Ватан һуғышының героикаһы һәм фажиғәһе һүрәтләнә, совет халҡының әхлаҡи һәм рухи көсө сағыла. “Яҙғы ер” (1951), “Йылғалар һөйләшә” (1961), “Торналар ҡайтҡанда” (1964) һ.б. шиғри йыйынтыҡтарына ингән әҫәрҙәрендә шағир йәшәү мәғәнәһе, бәхет, мөхәббәт, әхлаҡ кеүек мәңгелек темаларға мөрәжәғәт итә, тормоштоң асылын һәм матурлығын фәлс. яҡтан аңларға ынтыла.

К. “Яңғыҙ ҡайын”, “Йырланмаған йыр”, “Айгөл иле” драмалары, “Ҡыҙ урлау”, Йәйәүле Мәхмүт” комедиялары, “Салауат. Өн аралаш ете төш”, “Ай тотолған төндә”, “Ташлама утты, Прометей!” трагедиялары, “Диктаторға ат бирегеҙ!” фарсы һ.б. авторы. Уларҙа әхлаҡи һәм соц. проблемалар: шәхес һәм йәмғиәт, власть һәм ирек һ.б. мәсьәләләр күтәрелә. Пьесалары БР, РФ‑тың башҡа төбәктәре театрҙарында һәм сит илдәрҙә ҡуйылған. “Беҙҙең өйҙөң йәме” (1951), “Өс таған” (1962) повестары балаларға арналған. “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” (1976) автобиографик повесында геройҙың тормош тәжрибәһе булған кешенең ысынбарлыҡты ҡабул итеүе аша бирелгән бала сағы т‑дағы уйланыуҙары тотош быуын тормошоноң тамамланған һәм монументаль картинаһын тыуҙыра; повесть б‑са ш. уҡ исемле нәфис фильм төшөрөлгән (реж. Б.Т.Йосопов, “Башҡортостан” к/ст), БАДТ‑ла “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..” спектакле ҡуйылған. Б.В. һуғышына арналған “Ярлыҡау” (1984) повесының нигеҙендә — фажиғәгә әүерелгән романтик мөхәббәт тарихы; повесть б‑са БАДТ‑ла һәм БР‑ҙың Урыҫ драма театрында спектаклдәр ҡуйылған. “Күтәрелгән ҡояшҡа ҡарап” (1960), “Өс туған тураһында ғибрәтле хикәйә” (“Притча о трёх братьях”; 1978), “Ғүмер миҙгелдәре” (2002) публицистик китаптары авторы. Әҫәрҙәре болгар, инглиз, ҡытай, литва һәм донъяның башҡа күп телдәренә тәржемә ителгән. А.С.Пушкин, А.П.Чехов, Т.Г.Шевченко һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. РСФСР ЮС‑ының 4—11‑се саҡырылыш депутаты, СССР МС‑ы эргәһендәге Ленин һәм Дәүләт пр. ком‑ты ағзаһы, Башҡ‑н тыныслыҡты һаҡлау ком‑ты рәйесе. Ленин (1967, 1979), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955, 1969), Халыҡтар дуҫлығы (1984), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), “Почёт Билдәһе” (1949), 2‑се (2004) һәм 3‑сө (1995) дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн”, Салауат Юлаев (2003) орд. м‑н бүләкләнгән. “Хәбәр көтәм” (“Жду вестей”; 1976) шиғырҙар китабы ЮНЕСКО эргәһендәге Х.К.Андерсен ис. Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар советының Почётлы дипломына лайыҡ була (1978). Ленин пр. (1984), СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1972), РСФСР‑ҙың К.С.Станиславский ис. Дәүләт пр. (1967), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. (1967), М.Шолохов ис. пр. (1999) лауреаты. К. исеме Милли Йәштәр театрына, 158‑се башҡ. гимназияһына (Өфө; унда яҙыусының музейы эшләй), Өфө, Сибай ҡҡ., Шишмә ҡасабаһындағы, Келәш а. һ.б. урамдарға бирелгән. Өфөлә яҙыусыға — һәйкәл, Мәсетле р‑ны Оло Ыҡтамаҡ а. бюст ҡуйылған. БДУ‑ла йыл һайын тапшырыла торған М.Кәрим ис. стипендия булдырылған. Өфөлә К. йәшәгән йортҡа горельефлы мемориаль таҡтаташ, Чернышевский урамы яғынан бинаның фасадына яҙыусы ижадына арналған “Ҡоштар осорам...” барельефы ҡуйылған.

Хеҙм.: Оҙон юл: шиғырҙар. Өфө, 2004; Әҫәрҙәр. 1—5 томдар. Өфө, 2009—2014; Годам вослед: стихи и поэма. М., 1971; Собрание сочинений: в 3 т. М., 1983.

Әҙәб.: Хөсәйенов Ғ. Мостай Кәрим: шәхес, шағир, драматург, прозаик. Өфө, 1994; Ломунова М.Н. Мустай Карим: очерк творчества. М., 1988; Валеев И.И. Мустай Карим: воин, поэт, гражданин. М., 2004.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

П.: М.Кәрим

Текст на русском языке