КӘРИМ (Кәримов) Фәтих Әхмәтвәли улы [27.12.1908, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Айыт а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 19.2.1945, Прёйсиш‑Эйлау ҡ., Германия], шағир. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ярлы Кәримдең ҡустыһы. 1928 й. алып “Яшь ленинчы” (“Йәш ленинсы”), “Крестьян газеты” (“Крәҫтиән гәзите”) гәз., “Атака”, “Азат хатын” (“Азат ҡатын”) ж. һ.б. хеҙм‑ре, 1933—37 йй. Татарстан китап нәшриәтендә (бөтәһе лә — Ҡазан) сектор мөдире. 1938 й. репрессиялана, 1941 й. азат ителә. Б.В. һуғышы т‑дағы “Мөхәббәт һәм нәфрәт” (1943), “Моң һәм көс” (1944) шиғри йыйынтыҡтары, “Разведчик яҙмалары” (1943), “Яҙғы төндә” (1944) повестары, “Шакир Шығаев” (1943; бөтәһе лә — татар телендә) һ.б. пьесалар авторы. “Аусылар” поэмаһы, “Баҡсасы ҡыҙҙар”, “Хәтер”, “Гүзәл Дим тулҡынлана” шиғырҙары, “Ялғашта алыҫҡа” (1930) повесы, “Дим буйы ҡыҙы Фатима” (1931; бөтәһе лә — татар телендә) хикәйәһе Башҡортостанға арналған. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән. К. исеме Айыт урта мәктәбенә, Багратионовск, Бәләбәй һәм Ҡазан ҡҡ., Айыт а. урамдарына бирелгән, Бәләбәй пед. колледжы бинаһына уның хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған; Айыт а. шағирҙың Мемориаль йорт‑музейы асылған, ишек алдында бюст ҡуйылған. Бәләбәй (1998) һәм Бишбүләк (1999) р‑ндары хакимиәте тарафынан К. ис. премиялар булдырылған.

Әҫәрҙ.: Әсәрләр: 3 томда. Казан, 1979—1981.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов