КӘРИМ, Учалы р‑нындағы ауыл, Илсеғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 65 км һәм Алтынташ т. юл ст. Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 400 кеше; 1920 — 877; 1939 — 533; 1959 — 459; 1989 — 284; 2002 — 335; 2010 — 270 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Троицк өйәҙе Ҡара- һәм Барын-Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1866 й. К. (Әбделкәримдә) 104 йортта 601 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Ир балалар мәктәбе булған. 1900 й. мәсет теркәлгән. 30‑сы йй. Төпәй а. (19 б. аҙ. нигеҙләнгән; С.Х.Төпәевтең тыуған ауылы) м‑н ҡушылғандан һуң Кәримтөпәй булараҡ иҫәпкә алынған. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә. В.С.Кәримов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров, С.Х.Төпәев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке