КӘРИМ, Шверник, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Айыт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 21 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 47 кеше; 1939 — 217; 1959 — 163; 1989 — 148; 2002 — 155; 2010 — 116 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1914 й. һәм 1920 й. араһында Бәләбәй өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Айыт а. кешеләре а.х. артеле булараҡ нигеҙ һала. 30‑сы йй. алып ҡасаба булараҡ иҫәпкә алынған, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке