КӘРӘСИН-ГАЗОЙЛЬ ФРАКЦИЯҺЫ, углеводородтар ҡатышмаһы; нефть ҡыуыу йәки крекинг (ҡара: Гидрокрекинг, Каталитик крекинг, Термик крекинг) һәм кокслаштырыу процестарында алынған фракция. К.‑г.ф. ҡайнау сиктәре 180—350°С. Составында реактив яғыулыҡ һәм дизель яғыулығы, ш. уҡ яҡтыртыу кәрәсине алына торған углеводородтар бар. Углеводородтарҙан тыш, К.‑г.ф. көкөрт, азот, кислородтың органик берләшмәләре ҡушылмалары һ.б. элементтар бик аҙ миҡдарҙа бар. Һатыу өсөн тәғәйенләнгән продуктта күрһәтелгән ҡушылмаларҙан арындырыу талап ителә. Реактив яғыулыҡтарҙа дөйөм көкөрт (массаһы б‑са) — 0,05—0,40%‑тан, меркаптан көкөртө 0,001—0,030%‑тан артмай; дизель яғыулыҡтарында дөйөм көкөрт массаһы 0,035—0,200%. 3, 4, 5 класлы “экологик таҙа” дизель яғыулыҡтарында (Евро 3, 4 һәм 5 маркалы дизель яғыулыҡтарына тура киләләр) дөйөм көкөрт массаһы — 0,035, 0,005 һәм 0,001%‑тан, полициклик ароматик берләшмәләр массаһы 11%‑тан артмай. Башҡортостанда бөтә нефть эшкәртеү з‑дтарында К.‑г.ф. аралаш — ректификация колонналарының махсус тармағынан ҡыуылған — продукт сифатында алалар; ҡайһы берҙә махсус тармаҡтан кәрәсин һәм газойль (дизель) фракциялары айырымлап алына.

Н.К.Кондрашёва

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке