КӘРЕШКӘ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Татлыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 42 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 32 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 224 кеше; 1920 — 336; 1939 — 188; 1959 — 226; 1989 — 396; 2002 — 396; 2010 — 418 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1861 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1866—70 йй.) Орск өйәҙе Бөрйән улусы Бәхтегәрәй (Мансур; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Байыш) а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Кәрешкә һаҙы исеме м‑н нигеҙ һала. Легенда б‑са, ауыл Кәрешкә батырҙың исеме м‑н аталған. 1885 й. 230 кеше йәшәгән. 1900 й. мәсет, һыу тирмәне теркәлгән. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә.

Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке