КУЧЕРОВ Евгений Васильевич [10.5.1924, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Дыуан а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 12.7.2005, Өфө], ботаник. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), биол. ф. д‑ры (1974), проф. (1980). РФ‑тың (1991), БАССР‑ҙың (1974) атҡ. фән эшмәкәре. БАХИ‑ны тамамлаған (1946). 1958 й. алып Биол. ин‑тында лаб. мөдире, 1996 й. — баш ғилми хеҙм‑р. К. етәкс. республикала ботаник ресурстарҙы өйрәнеү үҫеш ала. Дарыу үҫемлектәренең 100‑ҙән ашыу төрө тикшерелә һәм улар үҫкән урындарҙың картаһы төҙөлә, баллы үҫемлектәрҙең 100‑гә яҡын төрө өйрәнелә. Үҫемлектәр интродукцияһы (абиссин майлуты, ике сәскәле леспедеца һ.б.) мәсьәләләре м‑н шөғөлләнә. БР‑ҙа һәм РФ өлкәләрендә һирәк осраған һәм юғалып барған үҫемлектәрҙе өйрәнеү өҫтөнлөк иткән флористик тикшеренеүҙәрҙең башында тора. К. “Башҡорт АССР-ының Ҡыҙыл китабы”н (“Красная книга Башкирской АССР”; 1984, 1987), бер нисә махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһен (дарыу үҫемлектәрен һаҡлау б‑са 150 тәбиғәт ҡомартҡыһы һәм 12 заказник), Рус ботаника йәмғиәтенең һәм Тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәләрен төҙөү инициаторҙарының береһе. “Башҡорт АССР‑ының ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр белешмәһе” (“Определитель высших растений Башкирской АССР”; 2 томда, 1988, 1989) китабының мөхәррире һәм авторҙашы. Кучеров таутишәре ғалим хөрмәтенә аталған. 700‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең (1964), Рус ботаника йәмғиәтенең (1993) почётлы ағзаһы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1974).

Хеҙм.: Полезные растения Южного Урала. М., 1976; Ресурсы и интродукция полезных растений в Башкирии. М., 1979; Лекарственные растения Башкирии: их использование и охрана. Уфа, 1989 (авторҙ.).

 Б.М.Миркин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Илл.: Е.В. Кучеров

 Текст на русском языке