“АҠБУҘАТ”, башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, эпос.Урал батыр” эпосының логик дауамы. Шиғри‑сәсмә формала йәшәп килә. М.А.Буранғолов тарафынан 1917 й. Ырымбур губ. ш. уҡ ис. өйәҙе Бабалар а. Ғәтиәтулла Бикҡужиндан яҙып алына. Төп темаһы — батырҙың кешеләр бәхете өсөн көрәше, ғәҙеллектең тантана итеүе. Традицион образдар (Аҡбуҙат, Һомай,Ҡәһҡәһә һ.б.) әҫәрҙең идея‑художество мәғәнәһен асырға ярҙам итә. Ата‑әсәһен Мәсем хан ҡуштандары үлтергәндән һуң, етем ҡалған төп герой Һәүбән атаһы Сура батыр, олатаһы Иҙел һәм олатаһының атаһы Урал батырҙың изге эштәрен дауам итә. Һыу аҫты батшаһы ҡыҙы Нәркәс ярҙамында Аҡбуҙатты һәм булат ҡылысты ҡулға төшөргәс, Һәүбән еңеп булмаҫлыҡ физик көскә эйә була. Атты ҡулға өйрәтеү мотивы эпоста мөһим роль уйнай. Аҡбуҙат ярҙамында төп герой дейеү һәм аждаһаларҙы юҡ итә, Шүлгәндең һыу аҫты батшалығын емерә, Мәсем хандан үсен ала, артабан ырыу башлыҡтары булып китәсәк Ирәндек, Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Табын, Тамъян, Төкләҫ, Юрматы батырҙарҙы ҡоллоҡтан ҡотҡара. Бөтә дошмандарын еңгәс, Һәүбән үҙендә матрилокаль никах дәүере ҡатын‑ҡыҙҙарының холоҡ‑һыҙаттарын туплаған Нәркәс м-н ҡауыша. “А.” тигеҙ булмаған ике хронологик сюжет ҡатламы асыҡ айырыла. Архаик фантастик сюжетта кешенең тәбиғәт стихияһына ҡаршы аңһыҙ көрәше һүрәтләнә. Һуңғыраҡ ҡатлам ҡәбиләләрҙең ҡушылыуы һәм башҡ. халҡының ойоша башлауы осорон сағылдыра. Комп. Х.Ш.Заимов һәм А.Э.Спадавеккиа эпос мотивтары б‑са “Аҡбуҙат” операһын ижад итә. Урыҫ драма театрында рок-операһы (А.А.Кортнев либреттоһы, С.С.Чекрыжев муз.) ҡуйылған. Эпостың машинкала баҫылған тексыҒилми архивта һаҡлана.

Әҙәб.: В а л е е в Д.Ж. Особенности отражения действительности в башкирском эпосе “Акбузат” //Фольклор народов РСФСР. Уфа, 1974. Вып.1; Галин С.А. Башкирский мифологический эпос. Уфа, 1998; Шул уҡ. Башкирский народный эпос. Уфа, 2004.

С.Ә.Галин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке