КӘПӘЙ-ҠОБАУ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Кәпәй-Ҡобау а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Оло Ҡыйҙаш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1886 кеше; 1920 — 2091; 1939 — 1294; 1959 — 1161; 1989 — 932; 2002 — 961; 2010 — 949 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер- акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. башында Ҡазан даруғаһы Ҡобау улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1742 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултырған. 1795 й. 59 йортта 259 кеше йәшәгән, 1865 й. 172 йортта — 808 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. 2 мәсет, мөгәзәй, бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында ылаусылыҡ булған. Х.А.Солтанов, А.Усманов, В.Ғ.Шәйхетдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке