КУТЛИН Николай Георгиевич (10.7.1952, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Бозор а.), зоотехник. Биол. ф. д‑ры (2001). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2006). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2011). БАХИ‑ны (1978), БДУ‑ны (1985) тамамлаған. 1978 й. алып Баҡалы р‑нында, 1995 й. — БДАУ‑ҙа (1998—99 йй. етештереү технологияһы һәм малсылыҡ продукцияһын эшкәртеү ф‑ты деканы урынбаҫары) эшләй, 2004 й. башлап БДУ‑ның Бөрө филиалының биология һәм экология каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре һыйыр малы селекцияһына, симменталь тоҡомдоң бер тоҡом эсендәге типтарын, Урал һәм Волга буйы бал ҡорттары популяцияһының генетик полиморфизмын булдырыуға арналған. К. тарафынан һөт малсылығында тоҡом‑ара ҡушыуҙы ойоштороу һәм Урта Урал шарттарында симментализацияланған бер тоҡом эсендәге типтарҙы булдырыу б‑са тәҡдим эшләнә. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Заводские линии симментальского, сычёвского, красно-пёстрого голштинского крупного рогатого скота Среднего Урала. Уфа, 1999 (авторҙ.); Каталог быков‑производителей симментальской породы, оценённых по качеству потомства. Уфа, 1999 (авторҙ.); Методы улучшения и использования симментальского скота в Республике Башкортостан. М., 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке