КӨСТӨҒОЛ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡарлыман а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. табан 12 км һәм Шәкәр заводы т. юл ст. Көнб. табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 71 кеше; 1920 — 105; 1939 — 156; 1959 — 166; 1989 — 172; 2002 — 235; 2010 — 171 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Дыуан‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1816 й. (2 йортта 20 кеше иҫәпкә алынған) алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Көстөғол Үҫәрғапов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Арҡауыл, Көсөғор исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 8 йортта 54 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Текст на русском языке