КӨҪӘПӘЙ, Салауат р‑нындағы ауыл, Мәсетле а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 27 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 56 км алыҫлыҡта Муҡшы й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 229 кеше; 1920 — 332; 1939 — 226; 1959 — 243; 1989 — 207; 2002 — 241; 2010 — 250 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Себер даруғаһы Мырҙалар улусы Мәсетле а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 22 йортта 140 кеше йәшәгән (Мырҙалар‑мәсетле а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған), 1865 й. 83 йортта — 587 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, ситкә китеп эшләү м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет теркәлгән. Д.Ә.Нурыев ошо ауылда тыуған.

                                          Ә.З.Әсфәнддиәров, З.С.Шәйхетдинов

 Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке