КӨРШӘЛЕ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Яңы Мишәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 37 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 93 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 135 кеше; 1920 — 199; 1939 — 136; 1959 — 163; 1989 — 134; 2002 — 225; 2010 — 236 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Троицк өйәҙе Дыуан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й. 7 йортта 32 кеше йәшәгән, 1865 й. 16 йортта — 69 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, арба һәм сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр.

Г.Т.Хөсәйенова,Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке