КУРЧЕЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Остап К., Полоцк шляхтаһынан (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы). Тулала, Мәскәүҙә, 1638 й. алып Өфөлә хеҙмәт итә. Ҡалмыҡтарҙың Өфө өйәҙенә һөжүмен ҡайтарыуҙа, башҡорт ихтилалын (1681—84) баҫтырыуҙа ҡатнаша. Уның улдары: Иван Остапович К., Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы исемлеге б‑са 1646 й. һәм 1648 й. (ҡабаттан) түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. Ҡалмыҡтарҙың Өфө өйәҙенә һөжүмен кире ҡағыуҙа, 1681—84 йй. башҡ. ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1682 й. хеҙмәте өсөн уға Табын ҡәлғәһе янында 75 сирек ер бирелә һәм эш хаҡы арттырыла; Карп Остапович К., Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1667 й. башлап Бөрө ҡәлғәһен һалыуҙа ҡатнаша. 1680 й. Өфө өйәҙендә Оҙонкүл буйында 20 сирек ере була; Лукьян Остапович К., 1682 й. Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1739 й. алып Пермь провинцияһының Көңгөр өйәҙендә хеҙмәт итә. Табын ҡәлғәһе янында ауылы һәм 75 сирек ере була. Карп Остапович К. улы — Иван Карпович К., 1686 й. сит ил хеҙмәтле кешеләре (ҡара: Яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләр) исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1689 й. Ҡырым походында ҡатнаша. 1718 й. Өфө өйәҙендә Кудельное күле янында ауылы була. Уның улдары: Андрей Иванович К. һәм Иван Иванович К., олаталары Лукьян Остапович К. м‑н бергә 1710 й. Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттары м‑н керҙәшлек килешеүе төҙөгәндәр һәм оброк түләү (йылына 1,5 һум) шарты м‑н Тыуыш һәм Юрмаш йй. буйында ерҙән файҙаланғандар. Андрей Иванович К. улы — Иван Андреевич К., Өфө гарнизон драгун полкында хеҙмәт итә. Уның улы — Александр Иванович К., 1725 й. түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1748 й. Ырымбур гарнизон драгун полкында хеҙмәт итә. Енәйәт судының Ырымбур палатаһында түбәндәгеләр хеҙмәт итә: 1806 й. башлап Василий Михайлович К., титулярный советник (1820); 1818 й. алып Иван Алексеевич К., губерна секретары (1825); 1825 й. башлап Иван Ефремович К., губерна секретары (1827), 1820 й. алып Ырымбур ҡаҙна палатаһында, 1821 й. – Ырымбур ыҙанлау контораһында хеҙмәт итә; 1830 й. алып Дмитрий Иевлиевич К., губерна секретары (1825), 1814 й. башлап Ырымбур ыҙанлау контораһында, 1816—22 йй. һәм 1827—28 йй. — Боғорослан, 1822—27 йй. Быҙаулыҡ өйәҙ башҡармаларында хеҙмәт итә. К. ерҙәрендә Курчеев исемен йөрөткән 2 ауылға нигеҙ һалына, тип фараз ителә. К. нәҫеле Ырымбур губ. дворян нәҫел тарихы китабының 6‑сы киҫәгенә индерелгән (1802). Генераль ыҙанлау мәғлүмәттәре б‑са, К. нәҫеленең 12 мең дисәтинәнән ашыу ере (шуның 11 мең дисәтинәнән ашыуы уртаҡ ҡарамаҡта) була.

Б.Ә.Аҙнабаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке