КУРЧАТОВ Игорь Васильевич (12.1.1903, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Эҫем а., хәҙ. Эҫем ҡ., — 7.2.1960, Мәскәү), физик. СССР ФА акад. (1943). Соц. Хеҙмәт Геройы (1949, 1951, 1954). Б.В.Курчатовтың ағаһы. 1923 й. Ҡырым ун‑тын тамамлаған (Симферополь ҡ.), 1924 й. алып Баҡы политехник ин‑тында эшләй, 1925 й. — Физика‑техника ин‑тында (Ленинград), 1943 й. алып Атом энергияһы ин‑ты директоры (Мәскәү). Фәнни хеҙмәттәре сегнетоэлектриктарҙы, атом ядроһын, тармаҡланған ядро реакцияларын, изомерияны һәм урандың үҙенән‑үҙе бүленеүен тикшереүгә арналған. К. етәкс. хәрби караптарҙы магнитһыҙландырыу ысулдары уйлап табыла, илдә тәүге циклотрон (1939), Европалағы беренсе ядро реакторы (1946) төҙөлә, СССР‑ҙағы беренсе атом (1949) һәм донъялағы беренсе термоядролы бомба (1953) яһала, АЭС эшләй башлай (1954). 1958 й. К. тарафынан көйләнелә торған термоядролы реакциялар өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барыу өсөн ҡулайлама төҙөлә. СССР ЮС‑ының 3—5‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1957), Сталин (1942, 1949, 1951), Дәүләт пр. (1954) лауреаты. 5 Ленин, 2 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән. К. исеме Атом энергияһы ин‑тына, Д.И.Менделеев периодик системаһының 104‑се элементына һ.б. бирелә. СССР ФА тарафынан уның исемендәге миҙал булдырыла. БР‑ҙа Белорет, Бөрө, Стәрлетамаҡ һ.б. ҡалаларҙа уның исеме м‑н урамдар аталған.

Хеҙм.: Избранные труды: в 3 т. М., 1982—1984 (авторҙ.).

Ю.В.Ергин, Р.Х.Ҡудашев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Портрет: И.В.Курчатов

Текст на русском языке