КӘЛТӘЙ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Кәлтәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 5 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 31 км алыҫлыҡта Кәлтәй й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 637 кеше; 1920 — 766; 1939 — 779; 1959 — 584; 1989 — 604; 2002 — 589; 2010 — 573 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Науруз” татар халыҡ ансамбле), китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Себер даруғаһы Ҡыр-Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 25 йортта 60 кеше йәшәгән, 1865 й. 46 йортта — 287 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке