КУРЧАТОВ Борис Васильевич (3.8.1905, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Эҫем а., хәҙ. Эҫем ҡ., — 13.4.1972, Мәскәү), радиохимик. Химия ф. д‑ры (1962), проф. (1970). И.В.Курчатовтың ҡустыһы. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1927). 1928 й. алып Ленинград физик‑техник ин‑тында эшләй (1936 й. башлап лаб. мөдире), 1943 й. — СССР ФА‑ның И.В.Курчатов ис. Атом энергияһы ин‑тында, бер үк ваҡытта 1946—51 йй. МДУ эргәһендәге 2‑се Физика ҒТИ‑ның лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре радиохимия, ядро физикаһы, трансуран элементтарҙың һәм уларҙың бүленеү продукттары химияһы өлк. тикшеренеүҙәр м‑н бәйле. К. тарафынан сульфидлы турайтҡыстар, төнгө оптик приборҙар төҙөлә, бромдың ядро изомерияһы, ядро шартлауҙары продукттарын анализлауҙың радиохимик һәм радиометрик ысулдары асыла. Уйлап табылған технологиялар атом сәнәғәте пр‑тиеларында индерелгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы. Ленин пр. (1959), Дәүләт пр. (1949, 1953) лауреаты. Ленин (1954), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. (1945, 1949, 1953, 1954, 1956) м-н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Неповторимые черты таланта. Борис Васильевич Курчатов: документы, воспоминания, избранные научные труды. М., 2005.

Р.Х.Ҡудашев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке