КӘЛТӘ, Иглин р‑нындағы ауыл, Кәлтә а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 349 кеше; 1920 — 559; 1939 — 756; 1959 — 554; 1989 — 771; 2002 — 689; 2010 — 714 кеше. Белорустар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1872 й. Өфө өйәҙендә крәҫтиән Куликовтан һатып алынған ерҙәрҙә Вятка губернаһынан килгән крәҫтиәндәр яңы ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 40 йортта 307 кеше йәшәгән. 20 б. башында хәҙ. статусын ала. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. М.Ф.Шишков ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке