КӘЛИМУЛЛИНА Лилиә Барый ҡыҙы (19.10.1941, Өфө), нейробиолог. Биол. ф. д‑ры (1991), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2011), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). Б.Ғ.Кәлимуллиндың ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1964) шунда уҡ эшләй, 1971 й. алып һәм 2010 й. — уҡытыусы, 1991 й. башлап БДУ‑ның кеше һәм хайуандар морфологияһы һәм физиологияһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге мейенең баҙам рәүешле комплексының структур-функциональ ойошторолошондағы эволюцион-морфологик һәм нейроэндокрин аспекттарҙы, уның патологияһының төп формаларын моделләштереүгә өйрәнеүгә арналған. К. был комплекс ядроһының мейенең енси дифференциацияһы процестарында ҡатнашыуын билдәләй. 600‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Миндалевидный комплекс мозга: функциональная морфология и нейроэндокринология. М., 1993; Amygdala: structure, function and sex dimorphism. Ufa, 1995.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке