КӘЛИМУЛЛИНА Лариса Айрат ҡыҙы [20.9.1972, Аксаков ҡсб (Бәләбәй ҡ. составында), хәҙ. БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Аксаков а.], тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1996), 2000 й. алып шунда уҡ уҡыта (2011 й. башлап дөйөм һәм сағыштырма-тарихи тел ғилеме каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре системалы һәм функциональ семантика мәсьәләләренә, тарихи лексикологияға, контрастив лингвистикаға (урыҫ теле, болгар, поляк, чех телдәре материалында), текст теорияһына арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: История эмотивной лексики и фразеологии русского языка. Уфа, 2004; Семантическое поле эмотивности в русском языке: диахронический аспект. Уфа, 2006; Социо- и психолингвистический портрет носителя языка в условиях полиязычного Башкортостана. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке