Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл '/images/01/408%20San.-AKBUZAT.-Osn.-Korpus-1.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл '/images/01/408%20San.-AKBUZAT.-Osn.-Korpus-1.jpg'

“АҠБУҘАТ”, ата-әсәләре м‑н балалар өсөн психоневрология шифаханаһы. Өфө р‑ны Опто а. (1‑се һәм 2‑се бүлексәләр) һәм Өфөлә (3‑сө бүлексә) урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра -14,5°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 19,5°С). 2006 й. “Һуҫар” һәм “Миләшкәй” шифаханаларын берләштергәс, нигеҙ һалына. Психоневрология ауырыуҙары булған 3—14 йәшлек балаларҙы һауыҡтырыу һәм реабилитациялау өсөн тәғәйенләнгән. Йыл әйләнәһенә эшләй, 300 урынға иҫәпләнгән (2011). Төп дауалау факторҙары: ҡымыҙ, “Ҡорғаҙаҡ” минераль һыуы, климат. Бальнеотерапия, галотерапия, физиотерапия, рефлексотерапия, дауалау физкультураһы (ш. иҫ. иппотерапия) ҡулланыла. Коррекциялаусы-үҫтереүсе педагогик хеҙмәттәр күрһәтелә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018