КУРОВСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Никифор Афанасьевич К., баяр балаларынан. 1654 й. түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. Семён Афанасьевич К., баяр балаларынан. 1687 й. һәм 1689 й. Ҡырым походтарында ҡатнаша. 1654 й. 350 сирек ер поместье оклады м‑н хәрби хеҙмәткә алына. 1682 й. алып Өфө өйәҙе Богородский һәм Дыуанай аа. батша һарайы приказчигы. 1682 й. 500 сирек ере була. Уның улдары: Пётр Семёнович К., 1700 й. 430 сирек ер биләй, 1718 й. Дим й. буйында ауылы була; Фёдор Семёнович К., 1670 й. түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1682 й. 300 сирек поместье биләй. Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттары м‑н керҙәшлек килешеүе б‑са Ағиҙел һәм Дим йй. буйында оброк түләү шарты м‑н ер ала. 1696 й. аталары поместьеһының бер өлөшө (50 сирек ер) ағалы-ҡустылы К. уртаҡ биләмәһе була. Семён Петрович К. улдары — капрал Михаил Петрович К., подпрапорщик Михей Петрович К. һәм вахмистр Василий Петрович К. — 1736 й. Өфө гарнизон пехота полкында хеҙмәт итәләр. 1718 й. 2 ир-атҡа һәм Дим йй. буйында ауылға хужа булалар, 1724 й. поместьены һаталар. Василий Петрович К. 1765 й. алып Өфө провинция канцелярияһында тәржемәсе булып хеҙмәт итә. 1767 й. Өфө өйәҙенең Дворяндар йыйылышына һайлауҙа ҡатнаша. Фёдор Семёнович К. улы — Пётр Фёдорович К., 2‑се Өфө дворяндар ротаһында хеҙмәт итә. Ағаһы Никифор Фёдорович К. м‑н Дим й. буйында уртаҡ ауылы була. Шулай уҡ Василий Григорьевич К., коллегия регистраторы (1807), билдәле. Ырымбур ыҙанлау контораһында, 1810 й. алып — Өфө, 1815—18 йй. һәм 1820 й. — Стәрлетамаҡ земство судтарында, 1818—20 йй. Бәләбәй өйәҙ казначействоһында хеҙмәт итә; Михаил Алексеевич К., губерна секретары (1809). 1785 й. башлап Өфө өйәҙ судында хеҙмәт итә. 1827 й. 455 дисәтинә ере була; Пётр Алексеевич К., коллегия регистраторы. Рыльск мушкетёрҙар полкында, 1802 й. алып — Өфө почта контораһында, 1807 й. — Ырымбур мосолман диниә назаратында, 1808 й. — Өфө земство судында, 1813 й. башлап Ырымбур удел контораһында хеҙмәт итә. 1817 й. отставкаға сыға. 1818—21 йй. Өфө земство судының дворяндар заседателе, 1827 й. алып Минзәлә ҡ. шарап приставы; Аверьян К., титулярный советник. 1853 й. Өфө өйәҙендә 3 ир-ат йәшәгән Куровский а. һәм 45 дисәтинә ере була. 18 б. башында К. Өфө өйәҙендә Куровский (Нижегородка; хәҙ. Өфө р‑ны) һәм Куровский (Волков) аа. ҡарай. К. нәҫеле Воронеж, Вильна һәм Ырымбур губ. дворян нәҫел тарихы китабына (1806 й. 6‑сы киҫәгенә) индерелгән. Генераль ыҙанлау мәғлүмәттәре б‑са, К. нәҫеле 2 мең дисәтинәнән ашыу ер биләгән.

Б.Ә.Аҙнабаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке