КУРНАЕВ Сергей Фёдорович (15.9.1909, Мәскәү губ. Павловский Посад а. — 22.7.1992, Мәскәү), геоботаник, урмансы. Биол. ф. канд. (1980). МДУ‑ны тамамлаған (1931). 1935—44 йй. Башҡ‑н тупраҡ‑ботаника бюроһында (Өфө), БАХИ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге Урта Волга, Рәсәйҙең Европа өлөшө, Башҡортостандың флораһын һәм үҫемлектәр донъяһын өйрәнеүгә арналған. К. — тәүге “Башҡорт АССР‑ының үҫемлектәр донъяһы картаһы” авторы (1941).

Хеҙм.: Лесорастительное районирование СССР. М., 1973; Теневые широколиственные леса Русской равнины и Урала. М., 1980.

 Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке