КӘЛИМУЛЛИНА Винера Мөхәмәт ҡыҙы (7.10.1946, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол эшселәр ҡсб — 7.7.2012, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1996), проф. (1998). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). БДУ‑ны (1969), Морис Торез ис. Мәскәү сит телдәр пед. ин‑ты эргәһендәге Юғары пед. курстарҙы (1977) тамамлаған. 1969 й. алып БДПУ‑ла, 1974 й. — Бөрө пед. ин‑тында, 1977 й. башлап БДУ‑ла (1986—93 йй., 1996—2011 йй. инглиз филол. каф. мөдире) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге когнитив лексика мәсьәләләренә һәм сағыштырма планда текст теорияһына: инглиз теленең һәм урыҫ теленең лексик, фразеологик берәмектәрен тикшереүгә, уларҙың тексты концептуаль ойоштороуҙағы роленә арналған. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Разноуровневые парадигмы в глагольной лексике и фразеологии. Уфа, 1985; Роль глагольных единиц в реализации информативной функции языка в тексте. Уфа, 1996; Функциональный аспект текста: аспекты реализации функций языка в тексте //Актуальные проблемы сопоставительного языкознания. Уфа, 1999.

Р.З.Мерәҫов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке