КУРЛОВ Алексей Борисович (13.1.1958, Өфө), философ, социолог. Социол. ф. д‑ры (1994), проф. (1996). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) ӨАПБ инженер-конструкторы. 1982 й. алып (өҙөклөк м‑н) ӨДАТУ‑ла эшләй (1984—87 йй. социол. лабораторияһы мөдире). 2001—06 йй. БДУ-ның йәмәғәтселек м‑н бәйләнеш каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре социаль философия, аксиология, соц. проектлау, мәғлүмәт-аналитик эшмәкәрлек методологияһы проблемаларына арналған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Методология социального моделирования. Уфа, 2000; Философия предпринимательства. Уфа, 2007; Философия инновационной деятельности. М., 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке