КӨРКӘК, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Учалы, Белорет, Әбйәлил р‑ндары буйлап Маҙар й. (Миндәк й. ҡушылдығы) тамағы киңлегенән Бәләкәй Ҡыҙыл й. тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 16 км, киңлеге 4—5 км тирәһе, абс. бейеклеге 1008 м (Көркәк тауы). Текә битләүле уҡмашҡан массивтарға ҡушылып буйға һуҙылған тау теҙемдәренән тора; 0,5—1,5 м бейеклектәге ҡалдыҡ тауҙар осрай. Ирәндек свитаһының базальт һәм андезибазальт составлы лаваларынан һәм лавобрекчияларынан, туфтарынан тора. К. һыртында Миндәк һәм Бәләкәй Ҡыҙыл йй. ҡушылдыҡтары башлана. Төньяҡ‑көнсығыш һәм көнсығыш битләүҙәрендә Оҙонгүл, Өскүл (Урал й. басс.) һ.б. күлдәр бар; күлдәр янындағы тигеҙлектәр һәм уйһыулыҡтар һаҙлы. Төньяҡ һәм көнбайыш ландшафтары күбеһенсә аҡһыл һоро урман тупрағындағы уҫаҡ, ҡарағай, ҡарағас ҡатыш ҡайын урмандарынан һәм ҡыяҡлы төрлө үлән үҫкән урман аҡландарынан ғибәрәт. Көньяҡ һәм көнсығыш битләүҙәрен көлһыуланған һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы һәм ҡараға оҡшаш тупраҡтағы ҡылғанлы һәм төрлө үлән үҫкән далалар биләй. Теҙемдәрендә аҡһыл һоро өлгөрөп етмәгән урман тупрағы формалашҡан. Көркәк тауы — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

И.М.Яппаров

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке