КУРИС Иван Онуфриевич (1751—18.4.1836, Херсон губ. Курисово-Покровское а.), дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1797, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1799), ген. майор. 1787—91 йй. рус-төрөк һуғышында, 1794 й. поляк ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1773—97 йй. һәм 1820 йй. рус армияһында. Адъютант, 1794 й. А.В.Суворовтың штаб канцелярияһы начальнигы. 1797 й. алып Новгород вице-губернаторы, 1799 й. — Ырымбур граждандар губернаторы. К. етәкселек иткән ваҡытта 1799 й. Ырымбур өйәҙенең яһаҡлы крәҫтиәндәре һәм яһаҡлы татарҙары, йән башына һалым түләүҙән азат ителеп, Ырымбур казак ғәскәре иҫәбенә индерелә. 1800—02 йй. Волынск губернаторы, 1820 йй. Одесса хәрби госпитале директоры. 3‑сө дәрәжә Изге Георгий (1793), 4‑се дәрәжә бантлы Изге Владимир (1789) орд. м‑н бүләкләнгән.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке