КӘЛИМУЛЛИН Фуат Барый улы (26.6.1931, Томск ҡ. — 10.9.2006, Өфө), инженер‑төҙөүсе. Архитектура канд. (1980). БР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1992). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1960). Б.Ғ.Кәлимуллиндың улы. В.В.Куйбышев ис. Мәскәү инженер‑төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1955) Мәскәү өлк. эшләй. 1957 й. алып “Башсельхозпроект” контораһы архитектура‑конструкторлыҡ төркөмөнөң өлкән инженеры; 1958 й. — “Башкиргражданпроект” ин‑тының проекттар б‑са баш инженеры, 1959—61 йй. 3‑сө оҫтахана етәксеһе урынбаҫары; 1971 й. — ӨАИ‑ның өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1981—2005 йй. ӨДНТУ‑ла уҡыта. Респ. һәм Ырымбур өлк. байтаҡ ауылдарҙы, Стәрлетамаҡ ҡ. тәүге торлаҡ микрорайонын, Башҡортостанда торлаҡ‑гражданлыҡ төҙөлөшө объекттарын планлаштырыу проекттары авторы (1950 йй. 2‑се ярт. — 70‑се йй. башы; авторҙ.). К. ҡала төҙөлөшөнөң хәҙ. заман мәсьәләләрен өйрәнгән, респ. ҡалаларының соц. үҫеше пландары өҫтөндә эшләгән. 10‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Караван-Сарай. Уфа, 1995; Формирование планировочной структуры городов Башкирии (основание поселений, их развитие в 1917—40 гг.). Уфа, 1995.

М.Р.Батырова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке