КУРИЛ СӘЙЕ, дазифора (Pentaphylloides), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 15 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ҡыуаҡлы К.с. үҫә. Көрән- һоро ҡайырылы төҙ йәки йәйенке ныҡ тармаҡлы ҡыуаҡ, бейеклеге 20— 150 см. Япрағы ҡанат һымаҡ, аҫ яҡтан төклө, 5 (һирәгерәк 7) оҙонса шыма ситле япраҡсалы. Сәскәһе һары төҫтә, яңғыҙар урынлашҡан йәки һирәк тәлгәш барлыҡҡа килтерә, июнь—авг. сәскә ата. Емеше күп сәтләүекле, авг.—сент. өлгөрә. Йылға ярында, һаҙлыҡлы урманда, ҡаяла, һирәк осраҡта далала үҫә. Торналы һаҙлығында, Ирәмәл, Ямантау тауҙарының тирә‑яғында һәм Ирәндек һыртында осрай. К.с. сәй урынына ҡулланалар. Составында С һәм Р витаминдары, дуплаусы матдәләр, кумариндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында файҙаланыла. Декоратив үҫемлек. Баллы үҫемлек. Реликт, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке