КУРАЧЁВ Дмитрий Геннадьевич (8.7.1968, Семипалатинск ҡ.), философ. Филос. ф. д‑ры (2006), проф. (2006). Брянск пед. ин‑тын (1992), В.И.Ленин ис. Мәскәү пед. ун‑тын (1994) тамамлаған. 1997 й. алып Бөрө соц.‑педагогия акад. (2006 й. башлап үҫеш психологияһы каф. мөдире), 2011 й. башлап РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте акад. Брянск филиалында эшләй. Фәнни хеҙмәттәре конфессия-ара мөнәсәбәт һәм дини үҙаң проблемаларына арналған. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Перцептивная сторона межконфессионального общения молодёжи на материале религиозных сообществ Башкортостана. Уфа, 2004; Самосознание и конфессиональное восприятие исламской молодёжи Башкортостана. Уфа, 2005 (авторҙ.); Межконфессиональные отношения: формы и содержание (опыт философского анализа). Брянск, 2011.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке