АҠБУҘАТ, башҡ. мифологияһында батыр арғымаҡ, толпарҙар тоҡомо башлығы. “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостары һәм ҡайһы бер әкиәттәр (“Урал батыр”, “Зәйнулла менән Красата”) персонажы. Күктә тыуған, ерҙә һәм һыу аҫтында йәшәй ала, утта янмай, һыуҙа батмай, тояҡтары м‑н тауҙарҙы емерә һәм диңгеҙҙе айыра. Булат ҡылыс хужаһы. Тәүҙә А. Һомайҙыҡы, һуңынан Урал батырҙыҡы һәм Һәүбәндеке була. Эпостарҙа А. батырҙарҙың ярҙамсыһы һәм кәңәшсеһе, аттарҙың тоҡом башлығы һәм ҡурсалаусыһы ролен үтәй. А. ауыҙ күбеге шифалы — уны һөртөп, яраны бөтәштерәләр. А. образы башҡорттарҙың донъяға ҡарашында төп эстетик ҡиммәттәрҙең береһе булараҡ сығыш яһай һәм фольклорҙа, әҙәбиәттә, мәҙәниәттә киң таралған.

Әҙәб.: Сагитов М.М. Поэзия народного духа //Урал-батыр. Уфа, 1986; Мирбадалева А.С. Башкирский эпос “Урал-батыр” //Башкирский фольклор. Уфа, 2000. Вып.4.

С.Ә.Галин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке