КӘЛИМУЛЛИН Сәмиғулла Ғибат улы [8.3.1915, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Дыуан‑Мәсетле а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 15.10.1971, Өфө], архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1947). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Б.Ғ.Кәли- муллиндың ҡустыһы. Новосибирск инженер‑төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң 1940 й. һәм 1947—50 йй. “Башпроект” респ. проект контораһы архитекторы, 1952—56 йй. баш архитекторы, 1951—52 йй. Өфө ҡала советы эргәһендәге проект оҫтаханаһы нач. урынбаҫары, 1957—59 йй. БАССР ХХС‑ы техник бүлеге нач. урынбаҫары, 1959—60 йй. “Гипрокаучук” ин‑ты Өфө филиалының баш архитекторы, бер үк ваҡытта 1956—57 йй., 1960—64 йй. Өфө ҡала советы эргәһендә баш архитектор, 1965—71 йй. баш архитектор урынбаҫары. Район мәҙәниәт һарайҙары, респ. ҡалалары өсөн торлаҡ йорттар; Советтар йорто (1951; хәҙ. ӨДАТУ‑ның төп корпусы), БДУ‑ның төп корпусы (1957; икеһе лә — авторҙаш), Аксаков С.Т. исемендәге баҡсаға үҙәк инеү урыны (1955; бөтәһе лә — Өфө) проекттарын эшләй. 40‑сы йй. Стәрлетамаҡ, Белорет ҡҡ. ген. пландарын эшләүҙә ҡатнаша.

Әҙәб.: Кәлимуллин Б.Ғ. мәҡ. ҡарағыҙ.

Ф.Б.Кәлимуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке