КУПРИЯНОВ Иван Дмитриевич (15.9.1910, Сембер губ. Тимбай а. — 20.3.1962, Октябрьский ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1947). 1931 й. алып Ҡыҙыл нефть разведкаһы (Пермь өлк.) быраулаусыһы, 1933 й. — “Ишимбайнефть” тресы быраулаусыһы, быраулау мастеры, 1943—62 йй. “Туймазанефть” нефть промыслаһы идаралығы һәм “Туймазабурнефть” тресы быраулау мастеры. СССР‑ҙа тәүге тапҡыр быраулауҙың турбиналы ысулын, турбина м‑н быраулағанда скважиналарҙың төп үҙәген һыу м‑н йыуҙырыу аша тиҙләтелгән режим ҡуллана. Сталин пр. лауреаты (1950). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1948).

Хеҙм.: Наш опыт скоростного бурения. М.; Л., 1952 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Текст на русском языке