КУПРИЯНОВ Афанасий Силантьевич (? — 1780 й. алда), Ырымбур губернаһы Ставрополь ҡ. (хәҙ. Тольятти ҡ.) сауҙагәрҙәре һәм һөнәрселәренән Уложенный комиссия депутаты. Крепостнойҙарҙан; 18 б. уртаһында сауҙагәрҙәр иҫәбенә индерелгән. Комиссияға Ставрополь сауҙагәрҙәре һәм һөнәрселәренең Сызрань сауҙагәрҙәре м‑н ер бәхәстәрен көйләү т‑да наказ тәҡдим итә. “Аҫыл һөйәктәр хоҡуҡтары проекты”н тикшергәндә дворяндар ҡатламының хоҡуҡтарын киңәйтеүгә ҡаршы сығыш яһаған депутаттарға ҡушыла.

Әҙәб.: Кулбахтин И.Н., Кулбахтин Н.М. Наказы народов Башкортостана в Уложенную комиссию 1767—1768 гг. Уфа, 2005.

И.М.Васильев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке