КУПОВЫХ Пётр Николаевич (1.10.1930, БАССР‑ҙың Иҫке Балаҡатай р‑ны Иҫке Балаҡатай а. (БР‑ҙың Балаҡатай р‑ны) — 26.5.1985, Октябрьский ҡ.), инженер- механик. Техник ф. канд. (1975). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1954 й.) 20‑се почта йәшниге пр‑тиеһында эшләй, 1958 й. алып Бөтә Союз геол. разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ ин‑тының (Октябрьский ҡ.) өлкән инженеры, отряд нач., 1965 й. — баш геофизигы, 1975—83 йй. лаб. мөдире. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге каротаж кабелгә беркетелгән приборҙар ярҙамында ер ҡатламдарын гидродинамик тикшереү һәм һынап ҡарау һөҙөмтәләренә интерпретация биреүҙең техник сараларын уйлап табыу, технологияларын, методикаһын асыҡлауға бәйле. 11 фәнни хеҙмәт, 15 уйлап табыу авторы. СССР Дәүләт пр. лауреаты (1980).

В.Ф.Кудряшова

Тәрж. Л.Ф.Мәмбәтҡолова

Илл.: П.Н.Куповых       

Текст на русском языке