КУНЦ Отто Робертович (5.9.1928, Түб. Волга өлк. Первомайское а. — 29.5.2000, Стәрлетамаҡ ҡ.), педагог. Пед. ф. д‑ры (1995), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1995), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1980). Ҡаҙаҡ пед. ин‑тын тамамлаған (Алма‑Ата, 1961). 1965 й. алып Тәкәле мәктәп-интернаты (Ҡаҙаҡ ССР‑ы) директоры. 1970—81 йй. һәм 1991 й. башлап СДПИ‑ла (1977—81 йй. педагогика һәм психология каф. мөдире), 1981—91 йй. ӨНИ‑нең Стәрлетамаҡ филиалында уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре тәрбиә проблемаларына арналған. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Педагогические проблемы полового воспитания в школе. Пермь, 1976; Воспитание нравственных отношений в коллективе учащихся. Пермь, 1978; 100 советов родителям, или Нравственные проблемы семейного воспитания. 2-е изд., перераб. и доп. Уфа, 1991.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина