КУМУНЖИЕВ Константин Васильевич (8.11.1939, Ҡырым АССР‑ы Ҡышлау а.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (1988), проф. (1989). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). Ҡазан авиация ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) 115‑се почта йәшниге пр‑тиеһында (Харьков ҡ.) эшләй. 1968 й. алып ӨАИ‑ла: 1970—72 йй. авиация приборҙары эшләү каф., 1978—82 йй. машиналар эшләүҙе автоматлаштырыу каф. мөдире, 1989 й. башлап Ульяновск ун‑тында (2006 й. тиклем мәғлүмәт технологиялары һәм системалары каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре интеллектуаль процестар һәм системаларҙың моделдәрен яһауға арналған. К. тарафынан психологик яҡтан яраҡлаштырылған белем базаһы концепцияһы һәм уның нигеҙендә өйрәтеүсе системалар, интеллекттың рациональ моделе эшләнә, уның ҡатнашлығында газ турбиналы двигателдәрҙең т‑раһын контактһыҙ үлсәү ысулдары һәм саралары уйлап табыла. Асыштары БР пр‑тиеларында индерелгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Приборы первичной информации. Уфа, 1974; Теория систем и системный анализ: в 3 ч. Ульяновск, 2003; Проектирование систем: изобретательство, анализ, принятие решений. Ульяновск, 2009.

В.П.Токарев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке