КӘКҮШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Түб. Ҡасмаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 7 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 68 км алыҫлыҡта Кәкүш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 525 кеше; 1920 — 449; 1939 — 515; 1959 — 499; 1989 — 373; 2002 — 344; 2010 — 284 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Китапхана бар.

Ауылға 1720—22 йй. Ҡазан даруғаһы Гәрә улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. 1723 й. 2 йортта 8 кеше йәшәгән, 1865 й. 33 йортта — 181 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 5 һыу тирмәне булған. 1906 й. (хәҙ. исемдә) бакалея кибете теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке