КӘКҮКБАШ (Pulmonaria), күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 15 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Төклө тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай, бейеклеге 15—50 см. Тамыр яны япрағы ҡанатлы һапта (йомшаҡ К. оҙонса-эллипс, биҫтау үләненеке йөрәк-йомортҡа йәки йомортҡа-ланцет формаһында), һабаҡ япрағы — ултырма, һабаҡты яртылаш уратып үҫә. Сәскәһе башта алһыу ҡыҙыл йәки ҡыҙыл, һуңынан һорғолт күк йәки күкһел шәмәхә төҫтә, төргәк сәскәлә. Апр.—майҙа сәскә ата. Емеше — сәтләүек, июндә өлгөрә. Киң япраҡлы һәм ылыҫлы-киң япраҡлы урмандарҙа, урман ситтәрендә, ҡыуаҡ араһында үҫә, респ. бөтә терр‑яһында таралған. Декоратив, баллы үҫемлек. Япрағының составында дуплау матдәләре, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Л.Н.Миронова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке