КӘКҮК СӘЙЕ, башҡорттарҙа яҙҙы ҡаршылауға арналған йола байрамы. Яҙ-йәй осоронда (апр. аҙағынан июль уртаһына тиклем) үткәрелгән. Ҡатын-ҡыҙ тау битләүендә йәки йылға буйында, ҡайһы ваҡыт өй алдындағы йәшел үләндә йыйылған, үҙҙәре м‑н бал, бауырһаҡ, бәлеш, гөбәҙиә, ҡоймаҡ, сәксәк, эремсек һ.б. алып килгән. Сәй эскәндә халыҡ уйындары уйнағандар, бейегәндәр, йырлағандар, таҡмаҡ әйткәндәр. Киләсәкте белеү өсөн төрлөсә күрәҙәлек ҡылғандар: тауҙан шыуып төшкәндә ҡулға услам үлән эләкһә, йыл уңышлы килә, таш эләкһә — ҡоро һәм ас килә, тип юрағандар. Кәкүк саҡырыуын тыңлап, теләк теләгәндәр. Ҡайһы ваҡыт ҡалған бутҡаны таштарға, ағастарға, ағас төптәренә һалғандар; тәбиғәткә, ҡоштарға мөрәжәғәт итеп, муллыҡ, именлек һорағандар. К.с. тамырҙары м‑н исламға тиклемге дини инаныуҙарға, башҡорттарҙың, мәрхүмдәрҙең йәне ҡошҡа йәки йәнлеккә әүерелә, тигән ышаныуҙарына (ҡара: Ҡоштар культы, Ата-бабалар культы) барып тоташа. Башҡортостандың Урал аръяғында, төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш һәм үҙәк райондарында таралған. Ошоға оҡшаш байрамдар Көньяҡ Уралдың һәм Урта Волга буйының байтаҡ халыҡтарында булған.

Әҙәб.: Нагаева Л.И. Весенне-летние празднества и обряды башкир //Исследования по исторической этнографии Башкирии: сб. науч. тр. Уфа, 1984; Сулейманова М.Н. Доисламские верования и обряды башкир. Уфа, 2005.

М.Н.Сөләймәнова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке