КӘКРЕКҮЛ ТОРАМАҺЫ, б.э.т. 4‑се мең йыллыҡ — 1‑се мең йыллыҡ башына ҡараған археологик ҡомартҡы. Краснокама р‑ны Иҫке Мошто а.көньяҡ-көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Кәкрекүл күле исеме м‑н аталған. 1956 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1964 й. А.Х.Пшеничнюк, 1968—69 йй. И.Б.Васильев, 1982 й. һәм 2002 й. Г.Н.Гарустович, 1988 й. Г.Т.Обыдённова өйрәнә. Күп ҡатлы тораманан ғибәрәт. Аҫҡы ҡатламдарҙа (неолитэнеолит дәүере) таш әйберҙәр (уҡ башаҡтары, бысаҡ, бысаҡ рәүешендәге пластиналар, тишкестәр, ҡырғыстар, йышҡылар), керамика (яға кеүек ауыҙлы, тешле штамп эҙе м‑н биҙәлгән осло төплө һауыттар) һәм хайуан һөйәктәре табылған. Тура мөйөшлө бағана конструкциялы көллө ярым ер өй (18х11 м), нигеҙ соҡорҙары (диам. 7 м) асыҡланған. Өҫкө ҡатламдарҙа Ананьин мәҙәниәте һауыттары (тышҡа ҡарай бөгөлгән ауыҙлы, бәләкәй генә соҡорло биҙәк баҫылған һәм бау эҙе м‑н биҙәлгән түңәрәк төплө һауыттар), Гарин мәҙәниәте (тешле штамп, һырҙар баҫылған осло төплө һауыттар), Ҡормантау мәҙәниәте (киң муйынлы, муйыны тирәләй кәкерсәктәр, һырҙар, шаҡмаҡтар м‑н биҙәлгән, бәләкәй генә соҡорло биҙәк баҫылған түңәрәк төплө һауыттар) һауыттары табылған. Ҡомартҡы Көньяҡ Урал буйына таш быуат — тимер быуат дәүерендә халыҡтарҙың күсенеп ултырыу этаптарын сағылдыра. Ҡ.ҡ. материалдары БДУ, БДПУ һәм ТТӘИ фондтарында һаҡлана.

Әҙәб.: Обыдённов М.Ф., Обыдённова Г.Т. Памятники бронзового века Южного Урала. Уфа, 1996.

Г.Н.Гарустович

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке