КӘКРЕКҮЛ ҠАЛАСЫҒЫ, б.э.т. 6 б. — б.э. 8 б. археологик ҡомартҡыһы. Краснокама р‑ны Иҫке Мошто а.көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Кәкрекүл күле исеме м‑н аталған. 1956 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1964 й. А.Х.Пшеничнюк һәм Ә.М.Кинйәбаев, 1988 й. БДУ экспедицияһы (етәксеһе Ф.М.Таһиров), 1989 й. һәм 2002 й. ТТӘИ һәм БДУ‑ның берлектәге экспедицияһы (етәксеһе Г.Н.Гарустович, Таһиров), 1993 й. ТТӘИ экспедицияһы (етәксеһе Гарустович, В.В.Овсянников) өйрәнә. 300 м2 ер ҡаҙылған. Ҡаласыҡ (майҙаны 11 000 м2) 2 ур һәм соҡор м‑н һаҡланған. Тышҡы урҙың (оҙонлоғо 169 м, киңлеге 9 м, бейеклеге 1,5 м) нигеҙен 2 рәт вертикаль рәүештә ҡағылған бүрәнә ҡоролма тәшкил итә, уның араһына арҡыры бүрәнә һәм балсыҡ һалынған. Керамика Ананьин мәҙәниәте (түңәрәк төплө, ауыҙ ситтәре тура йәки тышҡа ҡарай бөгөлгән, муйын тирәләренә соҡорло биҙәк һәм сиратылған бау эҙе һалынған), Пьяный бор мәҙәниәте (түңәрәк төплө, киң ауыҙлы, муйыны тирәләй соҡорло биҙәк, ауыҙ ситтәре ҡыя һырлы), Бахмут мәҙәниәте (түңәрәк төплө, йомро ҡорһаҡлы, ауыҙ ситтәре ҡыя һырлы, иңбаштары горизонталь ҡыя һыҙыҡтар, муйыны тирәләй бер нисә рәт кәкерсәктәр м‑н биҙәлгән) һауыттарынан тора. Ҡаласыҡта балсыҡ орсоҡбаштар, тимер шлагы, таштан яһалған иген онтағыстар, сүкеш, ҡайраҡ һәм төйгөстәр, һөйәк уҡ башағы табылған. Ҡомартҡы тимер быуат һәм иртә урта быуат дәүерендә Көньяҡ Урал буйына халыҡтар килеп ултырыу осорҙарын күҙәтергә мөмкинлек бирә. Ҡ.ҡ. материалдары Милли музейҙа һәм ТТӘИ фондында һаҡлана.

Әҙәб.:  Обыдённов М.Ф.,  Обыдённова Г.Т. Археологические памятники Южного Приуралья эпохи железа (I тыс. до н.э. — I тыс. н.э.). Уфа, 1998; Овсянников В.В., Тагиров Ф.М. Городище Какры-Куль (Старо-Муштинское) //Уфимский археологический вестник. Уфа, 2000. Вып.2.

Г.Н.Гарустович

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке