КӘКРЕБАШ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Кәкребаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 12 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 438 кеше; 1920 — 595; 1939 — 630; 1959 — 423; 1989 — 579; 2002 — 594; 2010 — 774 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 17 б. 1‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1693 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында ш. уҡ даруғаның Ҡырҡаңлы а.(хәҙ. Үрмәкәй а.) яһаҡлы татарҙары, 18 б. 1‑се ярт. — Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары, 1757 й. Ҡазан даруғаһы Йәнәй улусы Бикбул а.(хәҙ. ТР‑ҙың Минзәлә р‑ны) башҡорттары килеп ултыра. 1795 й. 12 йортта 32 кеше йәшәгән, 1865 й. 33 йортта — 202 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, тирмән, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Т.Арыҫлан ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке