КӘЗӘКЕЙ, кәзәки, башҡорттарҙа еңле, төймәле, эсләп, билләп тегелгән өҫ кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ирҙәр К. (тубыҡҡа тиклем) ултырма яғалы һәм ян-яғынан кеҫәле итеп, ҡараһыу төҫтәге кизе-мамыҡ йәки йөн туҡыманан тегелгән. Күлдәк өҫтөнән кейгәндәр. К. башҡорттарҙа башҡорт полктарында хеҙмәт итеүселәрҙең хәрби кейеме, 19 б. 2‑cе ярт. алып көндәлек һәм байрам кейеме (башлыса ҡалаларҙа) сифатында таралған була. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында ҡатын-ҡыҙ оҙон итәкле К. кейгән. Татар, украин, урыҫтарҙа һ.б. булған (ш. иҫ. хәрби кейем сифатында).

С.Н.Шитова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке