КӘЗӘ СӘСКӘҺЕ, осҡолоҡ гөл (Berteroa), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Башҡортостанда буҙ К.с. үҫә. Буҙ төҫтәге, төклө ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 20—50 см. Япрағы ланцет йәки оҙонса- ланцет формаһында, бөтөн ситле, тамыр яны япрағы һаплы, һабаҡ япрағы — ултырма. Сәскәһе икегә бүленгән тажлы, аҡ төҫтә, уртаса ҙурлыҡта, емеш биргәндә оҙонайған ҡуйы суҡҡа йыйылған. Май—сент. сәскә ата. Емеше — эллипс формаһындағы бәләкәй ҡуҙаҡ, июль—окт. өлгөрә. Ҡоро битләүҙәрҙә, яланғаслыҡтарҙа, урман ситтәрендә, ҡалдауҙарҙа, ҡыйлы урындарҙа үҫә. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының ҡалҡыу өлөшөнән башҡа бөтә респ. таралған. Ҡый үләне. Баллы үҫемлек. Составында алкалоидтар, кумариндар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке