КӘЗӘ ҺАҠАЛЫ, примула (Primula), кәзә һаҡалы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 500 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы уҡ рәүешендә, бейеклеге 15—40 см. Япрағы һаплы, яланғас йәки төклө, оҙон һабаҡлы К.һ. — оҙонса‑эллипс формаһында, шыма ситле, кортуза К.һ. — йөрәк‑йомортҡа формаһында, тупаҡ тешле, эре касалы К.һ. — оҙонса‑йомортҡа формаһында, тигеҙ киртләсле. Сәскәһе һары, алһыу йәки ҡыҙғылт‑шәмәхә төҫтә, эре, буранка йәки ҡыңғырау кеүек тажлы, сатыр һымаҡ сәскәлектәрҙә. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, июнь—авг. өлгөрә. Оҙон һабаҡлы К.һ. татырлыҡтарҙа, тоҙға бай һәм дымлы болондарҙа, Башҡортостандың Урал алды һәм Башҡортостандың Урал аръяғының йылға ярҙарында үҫә. Эре касалы К.һ. — яҡты урмандарҙа һәм уларҙың ситтәрендә, болондарҙа, битләүҙәрҙә, реликт кортуза К.һ. дала, һирәгерәк һыубаҫар туғайҙарҙа, ҡайын урмандарында үҫә; ике төрө лә Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында һәм Башҡортостандың Урал алдында таралған. Декоратив үҫемлектәр. Эре касалы К.һ. — баллы үҫемлек. Составында сапониндар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Оҙон һабаҡлы К.һ. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке