АҠБИРҘЕ, Иглин р‑нындағы ауыл, Аҡбирҙе а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнб. табан 55 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 722 кеше; 1920 — 581; 1939 — 745; 1959 — 510; 1989 — 231; 2002 — 778; 2010 — 1009 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Өфө өйәҙендә типтәрҙәр нигеҙ һала, 1802 й. билдәле. 1865 й. 53 йортта 310 кеше йәшәгән. Умарт‑ҡ, малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Р.Х.Нуриева, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке