КӘЗӘ ҺАҠАЛЫ ҺЫМАҠТАР (Primulaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 29 заты, 1000‑гә яҡын төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә таралған. Күп, бер йыллыҡ йәки монокарпик үлән. Башҡортостанда 7 затҡа ҡараған 14 төрө (һөт күҙәнәге, наумбургия, таутишәр һ.б.) үҫә. Күп һәм бер йыллыҡ үлән. Һабаҡтары уҡ һымаҡ йәки тармаҡлы, төҙ, һирәгерәк ятып үҫеүсән, ябай. Япраҡтары ябай, ғәҙәттә бөтөн, нөктәле‑биҙле йәки онло, һаплы йәки ултырма; аҫҡылары — тамыр яны розеткаһында; һабаҡ япраҡтары ҡапма‑ҡаршы, сиратлап, һирәгерәк быуын тирәләп урынлашҡандар. Сәскәләре башлыса ваҡ, ҡыҙыл, ал, ҡыҙғылт һары, һары, аҡ төҫтәрҙә, дөрөҫ төҙөлөшлө, көпшәле, ике енесле. Сәскә эргәлеге йышыраҡ 5 өлөшлө. Каса япраҡсаһы ҡушма япраҡлы, йышыраҡ емеш янында ҡала, тажы ҡушма япраҡсалы, ғәҙәттә оҙон көпшәле һәм эйелгән, һирәк осраҡта япраҡсалары ирекле. Һеркәстәре 5, ирекле йәки таждың көпшәһенә ҡушылып үҫкән, башлыса ҡыҫҡа ирекле епсәләре бар. Емешлеге 1, емшәне өҫкө. Сәскәлектәре — сатыр, баш, һепертке, суҡ, ҡайһы берҙә таҡыя, йәки сәскәләре яңғыҙар. Һеркәләнеүе бөжәктәр аша. Емеше — ҡумта йәки көршәк (ҙур булмаған ҡапҡас м‑н ҡапланған ҡумта). Орлоҡтары ваҡ бәбәкле һәм күп күләмдәге эндосперм м‑н; ел, ҡайһы бер К.һ.һ. ҡырмыҫҡалар ярҙамында тарала. Болондарҙа, ш. иҫ. ныҡ тоҙло һәм дымлыһында, һыу ятҡылыҡтары ярҙарында, һаҙлыҡтарҙа, диңгеҙ һөт күҙәнәге һәм оҙон һабаҡлы кәзә һаҡалы — татырлыҡтарҙа, таутишәрҙең төрҙәре — йышыраҡ ҡаяларҙа, ташлы далаларҙа, кәзә һаҡалы һәм Маттиоли кортузаһы — битләүҙәрҙә, эре тажлы кәзә һаҡалы — урмандарҙа, европа ете япрағы ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙа үҫә. Декоратив үҫемлектәр (кәзә һаҡалы, цикламен һ.б.), баллы үҫемлектәр (тал үләне, кәзә һаҡалы), ашарға яраҡлы үҫемлектәр (суҡ сәскәле наумбургия, эре тажлы кәзә һаҡалы). Талдут — мышы һәм маралдар өсөн аҙыҡ. К.һ.һ. составында сапониндар, флавоноидтар һ.б. бар; халыҡ медицинаһында ҡулланыла. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына оҙон һабаҡлы кәзә һаҡалы, реликт Леман таутишәре һәм эндемик Кучеров таутишәре индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке